Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
18 Февраль 2025, 20:41

Өс ир законһыҙ һунар итеүҙә ғәйепләнә

Уларҙан 1,5 миллион һум түләүҙе талап итәләр

Өс ир законһыҙ һунар итеүҙә ғәйепләнә
Өс ир законһыҙ һунар итеүҙә ғәйепләнә

Бишбүләк районының өс кешеһе законһыҙ һунарҙа ғәйепле тип табылған. Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылдың ғинуарында «Бишбүләк» тәбиғәт зоология заказнигы биләмәһендә ир-егеттәр һигеҙ ҡырағай ҡабанды тейешле рөхсәтһеҙ үлтергән.

Енәйәтселәрҙе урындағы патрулдә йөрөгән полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала.

«Уларҙың законһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә һунар ресурстарына 1,5 миллион һум күләмендә зыян килтерелгән, шуның 240 мең һумы ғына ирекле тәртиптә ҡайтарылған. Ошоға бәйле прокуратура судҡа ҡалған сумманы түләтеү тураһында дәғүә ғаризаһы менән мөрәжәғәт итте», — тип хәбәр иттеләр күҙәтеү ведомствоһынан.

Фото:Альфия Аглиуллина

Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас