Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
10 Ғинуар , 21:36

Урамда 6 бүре видеокүҙәтеү камераһына эләккән имеш...

  

Урамда 6 бүре видеокүҙәтеү камераһына эләккән имеш...
Урамда 6 бүре видеокүҙәтеү камераһына эләккән имеш...

Межгорье ҡалаһы халҡын социаль селтәрҙәрҙә таралған мәғлүмәт ҡурҡыуға һалған. Йәнәһе лә Геологтар урамында, «Пляж» тирәһендә, 6 бүре видеокүҙәтеү камераһына эләккән. Йыртҡыстар бер этте талаған, тип яҙа билдәһеҙҙәр. Был мәғлүмәт бер нисә киң мәғлүмәт сараһында баҫылып өлгөрҙө.

«Башинформ» агентлығы Межгорье хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенә быға комментарий биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте.

«Урамдағы видеокүҙәтеү камералары теркәгән барлыҡ мәғлүмәт автоматик рәүештә диспетчер хеҙмәтенә тапшырыла. Геологтар урамында камералар юҡ. Был — ялған мәғлүмәт», — тине матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Поздеев. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: