Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
29 Декабрь 2024, 14:16

Иргә 4 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай

Бынан тыш, хоҡуҡ боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш

Иргә 4 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай
Иргә 4 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай

Нуриман урмансылығында 154 аҡ шыршы (пихта) законһыҙ ҡырҡылған. Хоҡуҡ боҙоу дәүләт урман инспекторҙары тарафынан «Шыршы-2024» оператив-иҫкәртеү операцияһы барышында асыҡланған. Урмандарға килтерелгән зыян 1 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.

«Енәйәт Нуриман районының Саруа ауылында йәшәүсе тарафынан башҡарылған. Уға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре яңы йыл шыршылары менән прицепты тартып алған. Был статьяның санкцияларына ярашлы, граждандарға 150 меңдән 300 мең һумға тиклем штраф менән 4 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай. Бынан тыш, хоҡуҡ боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш», — тип аңлатма бирҙе башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов.

 

Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас