Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
13 Декабрь , 21:15

Ике ир браконьерлыҡ менән шөғөлләнеүҙә ғәйепләнә

Уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған

Ике ир браконьерлыҡ менән шөғөлләнеүҙә ғәйепләнә
Ике ир браконьерлыҡ менән шөғөлләнеүҙә ғәйепләнә

Башҡортостандың Балтас районында мышыны законһыҙ һунар итеүҙә ғәйепләнгән ике оло йәштәге ир ҡулға алынған. 

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, урындағы халыҡ Көнтөгөш ауылы янындағы урманда хайуандың ҡалдыҡтарын тапҡан. Һуңыраҡ полиция хеҙмәткәрҙәре бында теркәлгән мылтығы менән 67 йәшлек һунарсыны, шулай уҡ «УАЗ»икты таба.

"Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Иҫке Балтас ауылынан 68 йәшлек ир идара иткән „Рено Логан“ды туҡтатҡан. Автомобилде тикшергәндә багажникта ҡорал ташыу өсөн рөхсәт һәм, фаразлауҙар буйынса, йәнлек ҡаны эҙҙәре табыла. Шулай уҡ ғәйепләнеүселәрҙең шәхси хужалығын тикшергәндә мышы түшкәһенең өлөштәре һәм  һунар мылтыҡтары табыла. Йәнлекте атып үлтергән өсөн яҡынса зыян 240 мең һум тәшкил иткән", - тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.

Әле ғәйепләнеүселәр полиция бүлегендә. Уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

 

фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы

Ике ир браконьерлыҡ менән шөғөлләнеүҙә ғәйепләнә
Ике ир браконьерлыҡ менән шөғөлләнеүҙә ғәйепләнә
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: