Хәйбулла районында ғәжәйеп тәбиғәт күренешен – «бейеүсе» боҙ киҫәген видеоға төшөргәндәр. Был хаҡта республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының телеграм-каналы хәбәр итә.
Урыҫбай ауылында йәшәүселәр йылғала циркуль менән һыҙған кеүек түп-түңәрәк боҙҙо күреп хайран ҡалған.
«Бындай күренештәр әкрен аҡҡан йылғаларҙа һәм күлдәрҙә осрай. Өйөрмәле ағым боҙ ҡатламындағы түңәрәкте әкрен генә әйләндерә башлай. Шул рәүешле идеаль түңәрәк форма барлыҡҡа килә икән. Шул рәүешле идеаль түңәрәк форма барлыҡҡа килә икән», — ти белгестәр.