Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
11 Ноябрь , 09:02

Һүндерелмәгән төпсөк өсөн 150 мең һум түләйәсәк

   

Һүндерелмәгән төпсөк өсөн 150 мең һум түләйәсәк
Һүндерелмәгән төпсөк өсөн 150 мең һум түләйәсәк

Иркутск өлкәһенең Урман комплексы министрлығы Башҡортостандан вахтасынан 150 мең һум түләтергә ниәтләй. Был май башында ирҙең ғәйебе менән барлыҡҡа килгән урман янғынын һүндереүгә сығымдар суммаһы. Тейешле дәғүә судҡа тапшырылған да инде, тип яҙа «Башинформ».

Асыҡланыуынса, вахтасы үләнгә һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөн ташлай, ә ел унда ут ҡабыҙып ебәрә. Ут тиҙ тарала башлай. Янғын һүндереүселәр килгәнсе ғәйепле кеше үҙе утты һүндерергә маташа. Янғынды һүндереүҙә 36 кеше һәм 12 берәмек техника ҡатнаша.

Иркутск авиация һәм ер өҫтө урман һағы базаһының сығымдары 149,6 мең һум тәшкил итә. Урман комплексы министрлығы судтан ғәйепле кешенән бөтә сумманы түләтеүҙе һорай.

Фото:архив ИА «Башинформ»

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: