Ғафури районында дүрт браконьер рөхсәтһеҙ мышыны атып, итен үҙ-ара бүлешеп алған. Полицейскийҙар уларҙың икәүһен – 41 һәм 43 йәшлек ирҙәрҙе тотҡан. Береһе быға тиклем дә хөкөмгә тарттырылған булған. Уларҙа мышы ите, теркәлмәгән һунар мылтыҡтары һәм патрондар табылған. Әле енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә, тип хәбәр итә Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.