Ағастарҙа ҡоштарҙы ғына түгел, ҡайһы берҙә йәнлектәрҙе лә күрергә мөмкин. Башҡортостанда «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығының дәүләт инспекторы Әлхәм Иҫәнаманов биләмәләрҙе тикшереп йөрөгәндә ағаста ултырған айыуға тап булған. Айыу балаһы ҡапыл осраған кешенән ҡурҡып, өҫкәрәк менеп киткән, күрәһең.
Фото:«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы