Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
4 Сентябрь , 14:50

Бүреләр ауыл уртаһында һарыҡтарға һөжүм иткән...

    

Бүреләр ауыл уртаһында һарыҡтарға һөжүм иткән...
Бүреләр ауыл уртаһында һарыҡтарға һөжүм иткән...

Башҡортостандың Белорет районы Үрге Арша ауылында бүреләр һарыҡтарға һөжүм иткән. Был хаҡта Башҡортостан экология министрлығына район хакимиәтенән хәбәр килә. Мәғлүмәтте тикшергәндән һуң, йорт хайуандарының төн уртаһында ҡарауһыҙ булыуы асыҡлана, был йыртҡыстарҙы ҡоторта. Был хаҡта Белорет районы Николаевка ауыл советы хакимиәтенә һылтанма менән Башҡортостан экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

«Йорт малдары көндөҙ яҡындағы урманда, ә төндә ауыл урамдарында ирекле көтөүҙә йөрөгән. Был бүреләрҙең тораҡ пунктҡа инеүенә сәбәп була. Урындағы һунарсылыҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәре әлеге ваҡытта ике бүре аулаған. Бүреләргә һунар миҙгеле асыҡ, һәр һунарсы рөхсәт ала ала», – тип билдәләне Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғолиев.

Экология министрлығы баһалауынса, Башҡортостанда бүреләр һаны 600-гә яҡын. 1998 йылда был йыртҡыстарҙың һаны 1 меңгә еткән булған.

Фото:архив ИА «Башинформ»

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: