Күмертау ҡалаһында йәшәүсе 52 йәшлек Владимир Куприянов урманда урманда күнекмәләр мәлендә гигант бәшмәктәр тапҡан. Ир социаль селтәрҙә яҙыуынса, дуҫы менән ярыммарафонға әҙерләнә һәм улар йүгереп барған саҡта ҡыҙыҡлы табышҡа юлыҡҡан.
«Гигант һаңғырау бәшмәктәр таптыҡ! Иң ҙуры 5,6 кг тарта! Ә дөйөм табыштың ауырлығы – 20 килограмдан ашыу», – тип уртаҡлашты Владимир социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.
Тәжрибәле бәшмәкселәр әйтеүенсә, бындай гигант бәшмәктәр ямғырлы йылда республикала йыш осрай.
Автор: Ләйсән Закирова