Райондаштарыбыҙ «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ихлас ҡушылып, ауылдарҙы төҙөкләндереү маҡсатында ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләрен ултыртыуҙа дәррәү ҡатнашты.
Рәсәйҙә Ғаилә йылы уңайынан, Төньяҡ-Көнсығыш микрорайоны паркында аҡъярҙар бөтә ғаиләһе менән килеп, Ғаилә аллеяһын булдырыуҙа ҡатнашып, емеш ағастары һәм ҡыуаҡтары үҫентеләрен ултыртты. «“Ғаилә ағасы” акцияһының төп маҡсаты – район үҙәгендә йәшәүселәрҙе йәмәғәт урындарын йәшелләндереүҙә әүҙем ҡатнашырға дәртләндереү. Боронғо күркәм ғәҙәттәр буйынса, ғаилә башлығы ғүмер дауамында ағас ултыртырға, йорт һалырға һәм алмашҡа ул үҫтерергә тейеш, тип иҫәпләйҙәр. Һөйөү менән ултыртылған бөтә үҫентеләр ҙә уңышлы ғына ерегеп, бер нисә йылдан барыбыҙ ҙа уларҙың матурлығына һоҡланырбыҙ һәм хеҙмәт емештәрен күрербеҙ, тип ышанабыҙ», – ти акцияны ойоштороусылар. Быйыл алтын туйҙарын билдәләгән Салауат һәм Фая Юлдашбаевтар йәштәргә үрнәк күрһәтеп, өмәгә тәүгеләрҙән булып килеп, акцияла ҡатнашты.
«Йәшелләндереү акцияһы уҙғарылыуы тураһында ишеткәс, үҙебеҙҙең бергә йәшәүебеҙгә 50 тулыуына бағышлап, үҫентеләр ултыртыуҙа ҡатнашырға булдыҡ. Бының өсөн баҡсанан сейә ҡыуаҡтарын ҡаҙып алып килеп, шуларҙы ултырттыҡ. Ваҡытында һыу ҡойоп, тәрбиәләп торһалар, улар тамырланып, тирә-яҡты йәмләрҙәр тип уйлайбыҙ. Төньяҡ-Көнсығыш паркын төҙөкләндерергә кәрәк, бында әле эшләйһе эштәр күп. Шуға бәләкәй генә өлөшөбөҙҙө индерә алыуыбыҙға шатбыҙ», – тине Салауат һәм Фая Юлдашбаевтар.