Райондаштарыбыҙ «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ихлас ҡушылып, ауылдарҙы төҙөкләндереү маҡсатында ағас һәм ҡыуаҡ, шул иҫәптән пирамидаль тирәк, шыршы, ҡарағай, кедр, алмағас, груша, йүкә, миләш, ҡайын, имән, өрөк үҫентеләрен ултыртыуҙа дәррәү ҡатнашты.
Аҡъярҙа йәшелләндәреү өмәһендә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, төрлө ойошма-учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ тотош ғаиләләре менән ҡатнашыусылар булды. Ағастар яҡшы ерегеп китһен өсөн уңдырышлы ҡара тупраҡ килтерелде, шулай уҡ үҫентеләрҙе даими һуғарыуҙы ойоштороу күҙаллана. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов исемендәге яңы аллеяла уҙған өмәлә барышында бөтәһе алтмышҡа яҡын ҙур ҡарағай үҫентеләре ултыртылғайны. Шөкөр, ылыҫлы ағастарҙың барыһы ла тиерлек тамыр йәйеп, бөгөн тирә-яҡты йәмләйҙәр. Майҙа аллеяла йәнә ағас ултыртыу планлаштырыла.
Рәсәйҙә Ғаилә йылы уңайынан, Төньяҡ-Көнсығыш микрорайоны паркында аҡъярҙар бөтә ғаиләһе менән килеп, Ғаилә аллеяһын булдырыуҙа ҡатнашып, емеш ағастары һәм ҡыуаҡтары үҫентеләрен ултыртты. «“Ғаилә ағасы” акцияһының төп маҡсаты – район үҙәгендә йәшәүселәрҙе йәмәғәт урындарын йәшелләндереүҙә әүҙем ҡатнашырға дәртләндереү. Боронғо күркәм ғәҙәттәр буйынса, ғаилә башлығы ғүмер дауамында ағас ултыртырға, йорт һалырға һәм алмашҡа ул үҫтерергә тейеш, тип иҫәпләйҙәр. Һөйөү менән ултыртылған бөтә үҫентеләр ҙә уңышлы ғына ерегеп, бер нисә йылдан барыбыҙ ҙа уларҙың матурлығына һоҡланырбыҙ һәм хеҙмәт емештәрен күрербеҙ, тип ышанабыҙ», – ти акцияны ойоштороусылар. Ысынлап та, өмәгә балалары менән килеүҙәре үҙе бер ҡыуаныс. Тимәк, киләсәк быуын Ер-әсәбеҙҙе йәшелләндереү йолаһын күңеленә һеңдереп үҫә, тәбиғәткә һөйөү ҙә тәрбиәләнә.
Район мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре акцияла байрамса кәйефтә ҡатнашып, Мостай Кәрим урамында ағастар ултыртыуҙан һуң, өмәне уртаҡ табында тәмле-татлы ризыҡтар һәм самауыр сәйе менән тамамланы.
Дөйөм алғанда, өмәләрҙә ихлас ҡатнашҡан хәйбуллалар ағас ултыртыуға етди ҡарап, был эштәрҙе тейешенсә атҡарыуға бөтә көстәрен һалырға тырышты. Әлбиттә, был тырышлыҡтар бушҡа булмаһын өсөн, артабан ошо ағас үҫентеләрен тәрбиәләп, ваҡыты менән һыу ҡойоп тороу ҙа мөһим мәсьәлә булып ҡала.
Нисә йыл рәттән инде «Йәшел Башҡортостан» экологик сара ғына түгел, барлыҡ кешене берләштергән байрамға әүерелде. Күмәк көс менән ултыртылған ағас үҫентеләре уңышлы ерегеп, бар тирә-яҡҡа йәм биреп ултырыр тип өмөт итәбеҙ. Ихлас күңелдән ултыртылған ағастарыбыҙ шаулап үҫһен, уларға ҡарап быуын-быуын хәйбуллалар һөйөнһөн!
Белешмә:
«Экология» милли проекты сиктәрендә ойошторолған «Йәшел Башҡортостан» акцияһы республикала йылына ике тапҡыр – яҙ һәм көҙ үтә. 2024 йылда яҙғы этап 20 апрелдән 11 майға тиклем дауам итә.
Венера Гвоздева, район хакимиәтенең сәнәғәт, экология, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлегенең әйҙәүсе белгесе:
–Хәйбуллалар йылдағыса «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ихлас ҡушылып, төрлө ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләрен ултыртты. Район үҙәгендә йәшәүселәр 300 төптән ашыу пирамидаль тирәк, шыршы, ҡарағай, кедр, миләш, ҡайын, шулай уҡ емеш ағастары үҫентеләре ултыртыуҙа ҡатнашты. Ҡырҡлаған ойошмалар һәм учреждениелар үҙ территорияларында һәм беркетелгән участкаларҙа дәррәү эшләне. Мәҫәлән, Салауат Юлаев проспектында район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре пирамидаль тирәк үҫентеләрен ултыртты. Төньяҡ-Көнсығыш паркында ултыртылған 30 төп шыршы һәм «Ғаилә ағасы» акцияһы сиктәрендә булдырылған Ғаилә аллеяһы район үҙәген тағы ла күркәмләйәсәк тип өмөт итәбеҙ.