Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
27 Апрель , 15:17

«Бөгөн ағас ултырттыҡ, башҡортса диктант та яҙабыҙ», – ти Солтановтар

   

«Бөгөн ағас ултырттыҡ, башҡортса диктант та яҙабыҙ», – ти Солтановтар
«Бөгөн ағас ултырттыҡ, башҡортса диктант та яҙабыҙ», – ти Солтановтар

Райондаштарыбыҙ «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ихлас ҡушылып, ауылдарҙы төҙөкләндереү маҡсатында ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләрен ултыртыуҙа дәррәү ҡатнашты.

Рәсәйҙә Ғаилә йылы уңайынан, Төньяҡ-Көнсығыш микрорайоны паркында аҡъярҙар бөтә ғаиләһе менән килеп, Ғаилә аллеяһын булдырыуҙа ҡатнашып, емеш ағастары һәм ҡыуаҡтары үҫентеләрен ултыртты. «Ғаилә ағасы» акцияһында үҫентеләр ултыртыуҙа Аҡъяр ауылынан Солтановтар ғаиләһе лә ихлас ҡатнашты.

«Беҙ уҡытыусылар ғаиләһе балаларыбыҙ Әҙилә, Данияр һәм Саньяр менән килеп, бөгөн муйыл үҫентеләрен ултырттыҡ. Шаулап үҫеп, хуш еҫле аҡ сәскәләре, ҡара емештәре менән паркта ял итеүселәрҙе ҡыуандырһын тип теләйбеҙ. Шулай уҡ "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы биләмәһендә лә ағас үҫентеләрен ултыртабыҙ, унан һуң башҡорт телендә диктант яҙырға ниәтләйбеҙ», – тине Ринат һәм Әлфиә Солтановтар.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: