Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
27 Апрель , 16:13

Аллеяла ағастар ереккән

Былтыр Аҡъярҙа Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов исемендәге яңы аллеяла  алтмышҡа яҡын ҙур ҡарағай үҫентеләре ултыртылғайны 

Аллеяла ағастар ереккән
Аллеяла ағастар ереккән

Райондаштарыбыҙ «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ихлас ҡушылып, ауылдарҙы төҙөкләндереү маҡсатында ағас һәм ҡыуаҡ, шул иҫәптән пирамидаль тирәк, шыршы, ҡарағай, кедр, алмағас, груша, йүкә, миләш, ҡайын, имән, өрөк үҫентеләрен ултыртыуҙа дәррәү ҡатнашты.

Әйткәндәй, былтыр Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов исемендәге яңы аллеяла уҙған өмәлә барышында бөтәһе алтмышҡа яҡын ҙур ҡарағай үҫентеләре ултыртылғайны. Шөкөр, ылыҫлы ағастарҙың барыһы ла тиерлек тамыр йәйеп, бөгөн тирә-яҡты йәмләйҙәр. Ә майҙа аллеяла йәнә ағас ултыртыу планлаштырыла.

«Экология» милли проекты сиктәрендә ойошторолған «Йәшел Башҡортостан» акцияһы республикала йылына ике тапҡыр – яҙ һәм көҙ үтә. 2024 йылда яҙғы этап 20 апрелдән 11 майға тиклем дауам итә.

Аллеяла ағастар ереккән
Аллеяла ағастар ереккән
Аллеяла ағастар ереккән
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: