Райондаштарыбыҙ «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ихлас ҡушылып, ауылдарҙы төҙөкләндереү маҡсатында ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләрен ултыртыуҙа дәррәү ҡатнашты. Әйткәндәй, «Экология» милли проекты сиктәрендә ойошторолған республика акцияһы йылына ике тапҡыр – яҙ һәм көҙ үтә. 2024 йылда яҙғы этап 20 апрелдән 11 майға тиклем дауам итә.
Рәсәйҙә Ғаилә йылы уңайынан, Төньяҡ-Көнсығыш микрорайоны паркында аҡъярҙар бөтә ғаиләһе менән килеп, Ғаилә аллеяһын булдырыуҙа ҡатнашып, емеш ағастары һәм ҡыуаҡтары үҫентеләрен ултыртты. «Ғаилә ағасы» акцияһында үҫентеләр ултыртыуҙа Аҡъяр ауылынан Туҡбаевтар ғаиләһе лә ихлас ҡатнашты.
«Йортобоҙ ошо микрорайонда урынлашҡан, шуға йыш ҡына паркка ял итергә киләбеҙ. Бөгөн һауа торошо тышта эшләргә саҡырып ҡына тора. «Йәшел Башҡортостан» акцияһында бик теләп ҡатнашабыҙ, был юлы ҡыҙыбыҙ Алтынай менән килеп, бөгөн муйыл һәм өрөк үҫентеләрен ултырттыҡ. Ағастар шаулап үҫеп, үҙҙәренең сәкәләре һәм емештәре менән барыһын да ҡыуандырһын», – тине Айрат һәм Зарима Туҡбаевтар.