Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
27 Апрель , 14:48

«Ғаилә аллеяһында беҙ ултыртҡан ҡыуаҡ һәм ағастар шаулап үҫеп, паркты йәмләп торһон», – ти Рыҫҡоловтар

   

«Ғаилә аллеяһында беҙ ултыртҡан ҡыуаҡ һәм ағастар шаулап үҫеп, паркты йәмләп торһон», – ти Рыҫҡоловтар
«Ғаилә аллеяһында беҙ ултыртҡан ҡыуаҡ һәм ағастар шаулап үҫеп, паркты йәмләп торһон», – ти Рыҫҡоловтар

Райондаштарыбыҙ «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ихлас ҡушылып, ауылдарҙы төҙөкләндереү маҡсатында ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләрен ултыртыуҙа дәррәү ҡатнашты.

Рәсәйҙә Ғаилә йылы уңайынан, Төньяҡ-Көнсығыш микрорайоны паркында аҡъярҙар бөтә ғаиләһе менән килеп, Ғаилә аллеяһын булдырыуҙа ҡатнашып, емеш ағастары һәм ҡыуаҡтары үҫентеләрен ултыртты. «“Ғаилә ағасы” акцияһының төп маҡсаты – район үҙәгендә йәшәүселәрҙе йәмәғәт урындарын йәшелләндереүҙә әүҙем ҡатнашырға дәртләндереү. Боронғо күркәм ғәҙәттәр буйынса, ғаилә  башлығы ғүмер дауамында ағас ултыртырға, йорт һалырға һәм алмашҡа ул үҫтерергә тейеш, тип иҫәпләйҙәр. Һөйөү менән ултыртылған бөтә үҫентеләр ҙә уңышлы ғына ерегеп, бер нисә йылдан барыбыҙ ҙа уларҙың матурлығына һоҡланырбыҙ һәм хеҙмәт емештәрен күрербеҙ, тип ышанабыҙ», – ти акцияны ойоштороусылар.  Ысынлап та, өмәгә балалары менән килеүҙәре үҙе бер ҡыуаныс. Тимәк, киләсәк быуын Ер-әсәбеҙҙе йәшелләндереү йолаһын күңеленә һеңдереп үҫә, тәбиғәткә һөйөү ҙә тәрбиәләнә.

Төньяҡ-Көнсығыш паркында Ғаилә аллеяһында ағастар ултыртыуҙа Аҡъяр ауылынан Рыҫҡоловтар ғаиләһе лә ихлас ҡатнашты.

«"Йәшел Башҡортостан" һәм районыбыҙҙа иғлан ителгән "Ғаилә ағасы" акцияһында ғаиләбеҙ менән ҡатнашырға булдыҡ. Ҡыҙыбыҙ Айзиләне лә үҙебеҙ менән алып килдек. Ғаилә аллеяһында беҙ ултыртҡан ҡыуаҡ һәм ағастар тамыр йәйеп, шаулап үҫеп, паркты йәмләп, унда ғаиләләре менән ял иткән аҡъярҙарҙы һәм ҡунаҡтарҙы ҡыуандырып торор тип өмөт итәбеҙ. Аҡъярыбыҙ сәскә атһын, матурайһын!», – тине Нияз һәм Лилиә Рыҫҡоловтар.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: