Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
27 Апрель , 14:02

«Ағас ултыртыу – изге эш», – ти Зәйнетдиновтар

  

«Ағас ултыртыу – изге эш», – ти Зәйнетдиновтар
«Ағас ултыртыу – изге эш», – ти Зәйнетдиновтар

Райондаштарыбыҙ «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ихлас ҡушылып, ауылдарҙы төҙөкләндереү маҡсатында ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләрен ултыртыуҙа дәррәү ҡатнашты.

Рәсәйҙә Ғаилә йылы уңайынан, Төньяҡ-Көнсығыш микрорайоны паркында аҡъярҙар бөтә ғаиләһе менән килеп, Ғаилә аллеяһын булдырыуҙа ҡатнашып, емеш ағастары һәм ҡыуаҡтары үҫентеләрен ултыртты. «“Ғаилә ағасы” акцияһының төп маҡсаты – район үҙәгендә йәшәүселәрҙе йәмәғәт урындарын йәшелләндереүҙә әүҙем ҡатнашырға дәртләндереү. Боронғо күркәм ғәҙәттәр буйынса, ғаилә  башлығы ғүмер дауамында ағас ултыртырға, йорт һалырға һәм алмашҡа ул үҫтерергә тейеш, тип иҫәпләйҙәр. Һөйөү менән ултыртылған бөтә үҫентеләр ҙә уңышлы ғына ерегеп, бер нисә йылдан барыбыҙ ҙа уларҙың матурлығына һоҡланырбыҙ һәм хеҙмәт емештәрен күрербеҙ, тип ышанабыҙ», – ти акцияны ойоштороусылар.  Ысынлап та, өмәгә балалары менән килеүҙәре үҙе бер ҡыуаныс. Тимәк, киләсәк быуын Ер-әсәбеҙҙе йәшелләндереү йолаһын күңеленә һеңдереп үҫә, тәбиғәткә һөйөү ҙә тәрбиәләнә.

Төньяҡ-Көнсығыш паркында Ғаилә аллеяһында ағастар ултыртыуҙа Аҡъяр ауылынан Зәйнетдиновтар ғаиләһе лә ихлас ҡатнашты.

«Аллаға шөкөр, ошо парк эргәһендә йорт һалып сыҡтыҡ. Балаларыбыҙ йыш ҡына бында балалар майҙансығына килеп уйнайҙар. Бөгөн ҡыҙҙарыбыҙ Юлиә һәм Диана менән килеп, изге эшкә ихлас күңелдән ҡушылдыҡ. Ағас ултыртыу – ул изге ғәмәл. Сөнки бөтә донъя, шул иҫәптән ағастар һәм үҫемлектәр Аллаһы Тәғәләгә зикер әйтә. Яңыраҡ Миәкә районына Нарыҫтау итәгенә барып, изге һәм тарихи ерҙә 9 меңләгән ағас үҫентеләрен ултыртыуҙа ҡатнаштыҡ», – тине Васил һәм Ләйсән Зәйнетдиновтар.

«Ағас ултыртыу – изге эш», – ти Зәйнетдиновтар
«Ағас ултыртыу – изге эш», – ти Зәйнетдиновтар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: