Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
26 Апрель , 21:14

Эргә-тирәбеҙ таҙа һәм матур булһын тип

Аҡнаҙарҙар ауыл урамдарын, мәсет һәм һәйкәл тирәһен, балалар майҙансығын тәртипкә килтерҙе. Һай, афарин!

Эргә-тирәбеҙ таҙа һәм матур булһын тип
Эргә-тирәбеҙ таҙа һәм матур булһын тип

Бөгөн Аҡнаҙар ауылында  һәм балалар майҙансығын таҙалау өсөн өмә үткәрелде. Был эште нисәмә йыл ауыл старостаһы вазифаһын башҡарыусы Юламанов Айса Ихсан улы үҙенең шәхси техникаһында булған ҡый-ҡыпырҙы түкте. Һәм артабан да өмәләргә бергәләп йөрөргә, тирә-яғыбыҙҙы таҙа тоторға, һәм килеүселәргә рәхмәт әйтеп, теләүселәрҙе өйөндә Әлифә еңгәй әҙерләгән тәмле ҡоймаҡ менән сәй эсерҙеләр. Рәхмәт өмәлә ҡатнашыусыларға! һәр ваҡыт эштәрегеҙ уң булһын аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын! Бынан алдараҡ  дәррәү генә сығып мәсет ихатаһын таҙалап та ҡуйҙыҡ. Һауаптары насип булһын, килеүселәргә ҙур рәхмәт!

Эргә-тирәбеҙ таҙа һәм матур булһын тип
Эргә-тирәбеҙ таҙа һәм матур булһын тип
Эргә-тирәбеҙ таҙа һәм матур булһын тип
Автор:Аҡнаҙар ауылы клубы
Читайте нас: