Бөгөн Таналыҡ йылғаҙы ярҙарынан сығып, “Уңыш” стадионын һыу баҫты.
Бындай ҙур һыуҙы күптән күрмәгән аҡьярҙар бында тамаша ҡылырға килә. Көндөң бөгөн сыуаҡ, ҡояшлы булыуы ла ҡыуандыра. Ә һауаның сафлығы! Йылы яҡтан осҡан ҡоштар тауышы яңғырай. Ә алыҫтараҡ ҙур һыуҙа рәхәтләнеп бихисап аҡҡоштар сума. Бындай матурлыҡты күрергә бинокль тотоп килеүселәр ҙә бар.
Ҙур һыу йәшеллеккә килтерһен! Еребеҙҙе туйындырһын.