Яндекс Һауа торошо мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылдың яҙында температура һәм яуым-төшөм рекордтары көтөлмәй. Апрелдә автомобилселәр тәгәрмәстәрен алмаштыра ала.
Илдең күпселек биләмәһендә яҙғы яуым-төшөм уртаса күп йыллыҡ кимәлдә фаразлана. Ғөмүмән, яҙ былтырғыға ҡарағанда дымлыраҡ булырға вәғәҙәләй. Үҙәк федераль округта, Себерҙең көньяғында, Алыҫ Көнсығышта, шулай уҡ Көньяҡ һәм Урта Уралда яуым-төшөмдөң артыуын һәм йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүен көтөргә мөмкин.
Республикала март айының нормаға ярашлы булыуы фаразлана. Синоптиктар республикала яҙға һәм ташҡынға анығыраҡ фаразды 25 мартта ғына бирә.