Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
22 Февраль , 21:00

Имен тәбиғәт – һау киләсәк

Бөгөн иҫ китмәле хозур тәбиғәте менән дан тотҡан Оло Әбеш ауылында төбәк-ара экологик фәнни-ғәмәли форумы үтте

Имен тәбиғәт – һау киләсәк
Имен тәбиғәт – һау киләсәк

Бөгөн иҫ китмәле хозур тәбиғәте менән дан тотҡан Оло Әбеш  ауылында «Имен тәбиғәт – һау киләсәк» төбәк-ара экологик фәнни-ғәмәли форумы үтте. Хәйбулла районында тәүге тапҡыр экология мәсьәләләренә арналған күләмле сара «Айыҡ ауыл-2023» республика бәйгеһе сиктәрендә үтте.

Форумдың эшендә район хакимиәте башлығы  Рөстәм Шәрипов, биология фәндәре докторы, Өфө фән һәм технологиялар университетының профессоры Йәлил Һөйөндөков, Башҡорт дәүләт медицина университетының профессоры, медицина фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының баш бухгалтеры  Альбина Әфләтүнова,   Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса инспекторы Марат Яманғолов һәм ошо уҡ ҡурсаулыҡтың ғилми хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты  Вәсилә Яныбаева, шулай уҡ   Бөрйән районы Байназар ауылынан һәм Йылайыр районы Бирҙәш ауылынан мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Сараны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова һәм Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов алып барҙы.

Шайтантау заказнигы инспекторы Илгиз Әбделмәнов заказник хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Мәғариф хеҙмәте ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәсих Әхмәт улы Шайтатау заказнигында үҫкән үҫемлектәр донъяһы тураһында һөйләне. Оло Әбеш мәктәбенең география уҡытыусыһы  Илмир Хунафин  уның етәкселегендә эшләгән   «Мәктәп урмансылығы» түңәрәге  буйынса мәғлүмәт бирҙе. Ә 7-се класс уҡыусыһы Йәнтимер Асҡаров Шайтантау заказнигында тереклек иткән һирәк осраған йәнлек  һәм үҫемлек төрҙәре буйынса сығыш яһаны. Артабан форумда ҡатнашыусылар Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районында урынлашҡан Шайтантау ҡурсаулығының ғилми хеҙмәткәре Игорь Быстров һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, биология фәндәре докторы Евгений Кучеровтың видеояҙмаларын ҡараны.

Сара аҙағында төбәк-ара экологик фәнни-ғәмәли форумдың резолюцияһы ҡабул ителде.

Тулыраҡ “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенең 9-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: