Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
6 Февраль , 09:38

Әбештәр көрткә батып ятмай

Көслө бурандан һуң, тракторсылар алмашлап эшләп,  барлыҡ ир-егеттәр ҙә ҡушылып, ҡарҙы таҙарта #Айыҡауыл2023

Әбештәр көрткә батып ятмай
Әбештәр көрткә батып ятмай

Быйылғы йылдың ҡарлы булыуы бер яҡтан ҡыуандырһа, икенсҽ яҡтан ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра.

Әбеш ауыл биләмәһе тракторында трактористар Йыһангир Ҡыҙрасов менән Фәрит Сурин алмашлап көндөҙ ҙә, иртә таң менән дә, кәрәк булһа, төнгөһөндә алмашлап эшләп, ауылдаштарын юлһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышалар.

Шулай уҡ көслө бурандан һуң, ауыл старостаһы Йыһанур Теүәлбаев ауылдаштары менән өлкәндәрҙең һәм балаларҙың яратып йөрөгән трҽнажерҙар майҙансығын матур итеп көрәп ҡуйҙылар. Афариндар!

"Айыҡ ауыл- 2023"-Оло Әбеш ауылы

https://vk.com/club164054634


#Айыҡауыл2023
#Трҽзвоҽсҽло2023

 

Автор:
Читайте нас: