Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
5 Февраль , 10:04

Ҡыш та экологик өмәләр гөрләй

Иләс ауылы халҡы берҙәмлек күрһәтте

Ҡыш та экологик өмәләр гөрләй
Ҡыш та экологик өмәләр гөрләй

Яңы Ергән ауыл биләмәһендә тирә-яҡты тәртипкә килтереү, уның экологик торошон күҙәтеү буйынса даими эштәр алып барыла. Бындай эшкә ололар ҙа, йәштәр ҙә берҙәй ҡушылды. Әйтергә кәрәк, ауыл биләмәһе етәксеһе Тасбулатова Рәзифа Ирғәле ҡыҙы социаль селтәрҙәрҙә үҙенең махсус битен булдырған, унда тирә-яҡты һаҡлау, экологияны яҡшыртыуға йүнәлтелгән төрлө саҡырыуҙар, иғландар, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелә.

 Уҙған аҙнала Иләс ауылында йылға буйын ваҡ ағастарҙан таҙартыу буйынса экологик өмә үтте. Өмәлә Хисаметдин Асҡаров, Марат Ғәббәсов, Ислам Шәрипов, Илгиз Ҡырымғужин, Әлфир Ҡырымғужин, Илфак Шәрипов, Рөстәм Мөхәмәдйәнов, Зәбир Асҡаров, Айсыуаҡ Ғәббәсов, Ғәзим Асҡаров, Олег Туҡбаев, Арыҫлан Кәримов әүҙем ҡатнашты. Район хакимиәте вәкилдәре  Ю.С. Ибраһимов, А.И. Торошев, А.Н. Ғәрифуллин ярҙам итте. А.Ф.Бикбов һәм Айрат Шәрипов техника менән ярҙам итте.
Ауылыбыҙ старостаһы Минниса Рәхмәтова һәм ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Вилә Рәхмәтова, Яңылбикә Фәтхуллина, Зимфира Шәрипова тәмле йылы сәйҙәре менән һыйланылар.
Йылға буйын тәртипкә килтереү эше алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. Ир-егеттәрҙең барыһына ла ауыл халҡы оло рәхмәт белдерә. Сауаптары насип булһын.

Тыуған ауылым Туратым

 

Автор:
Читайте нас: