Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
5 Февраль , 20:06

Ғаян Сурин - иң яҡшы урмансы

   

Ғаян Сурин - иң яҡшы урмансы
Ғаян Сурин - иң яҡшы урмансы

Элек-электән беҙҙең район үҙенең эшһөйәр, талантлы кешеләре менән дан тота. Улар үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте, ижади инициативаһы, еренә һәм халҡына тоғролоғо менән яҡташтарының ғорурлығы булып тора. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү һәм Хәйбулла районы учреждениеларының, ойошмаларының һәм предприятиеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү өсөн 2023 йылда йыл һайын үткәрелеүсе «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» муниципаль конкурсы иғлан ителә, унда конкурс комиссияһына 15 номинация буйынса 19 ғариза тапшырыла.

Йылайыр урмансылығы буйынса урмансылыҡ идаралығының Үҫәргән участка урмансылығының участка урмансыһы  Сурин Ғаян Шәйхетдин улы «Иң яҡшы урман хужалығы хеҙмәткәре» номинацияһында еңеү яуланы. Ҡотлайбыҙ!

Тулыраҡ мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 7-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: