Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
4 Февраль , 09:55

Төлкө машинаға ташланған

   

Төлкө машинаға ташланған
Төлкө машинаға ташланған

Салауат районында төлкө машинаға ташлана һәм бамперын һындыра. Ғәҙәти булмаған ваҡиға тураһында автомобиль хужаһы хәбәр итә. Уның һүҙҙәренсә, Кропачево-Мәсәғүт трассаһында ул әкрен тиҙлектә бара һәм юл аша төлкө үтеүен күрә. Ир уны үткәреү өсөн тиҙлекте тағы ла кәметергә ҡарар итә.

Әммә төлкө, юл аша йүгереп сығып, ҡапыл кире ырғып, автомобиль тәгәрмәстәре аҫтына ташлана. Һөҙөмтәлә ул бамперға бәрелә һәм уны вата. Төлкө ҡотороу ауырыуы менән зарарланған булыуы ихтимал. 

фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: