Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
1 Февраль , 16:35

Бер өйгә "урман ҡунағы" эйәләшкән...

  

Бер өйгә "урман ҡунағы" эйәләшкән...
Бер өйгә "урман ҡунағы" эйәләшкән...

Мәсетле районының Түбәнге Бобино ауылындағы бер өйгә урман ҡунағы эйәләшкән. Хужа бер нисә тапҡыр һыйыр аҙбарында ҡоралайҙы күргән, тип хәбәр итте республика Экология Министрлығының матбуғат секретары Ренара Ғазина. Ул ауылға аҙыҡ эҙләп киләлер, моғайын.

Ә был юлы малҡай кешеләрҙән ҡурҡып ҡасҡан.

«Ниңә ҡурҡаһың? Бында йәшәйһең бит», - ти хужа.

«Ҡарале, рәхәт урын тапҡан бит! Маруся, күҙ алдына килтерәһеңме, Вова ағайыңдың үҙенең ҡоралайы бар», - ти кадр артында видео авторы, һунар инспекторы Ришат Кәримов.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: