Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
26 Ғинуар , 14:49

Заказникта браконьерҙар тотолған

   

Заказникта браконьерҙар тотолған
Заказникта браконьерҙар тотолған

25 ғинуарҙа төндә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре «Бишбүләк» заказнигы биләмәһендә ҡабандарға законһыҙ һунар иткән браконьерҙарҙы тотҡан. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Енәйәт урынында һигеҙ ҡабандың түшкәләре табылған. Ғәйеплеләр ҡулға алынған, тикшереү эштәре бара. Браконьерҙар килтергән зыян 1,5 миллион һумға баһалана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, заказник биләмәһендә йәнлектәргә һәм ҡоштарға һунар итергә ярамай. Махсус рөхсәт менән уларҙың иҫәбен көйләү йәки ғилми маҡсаттар өсөн генә ауларға мөмкин.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2023 йылда Башҡортостандың тәбиғәт парктарында һунар иткән браконьерҙарға ҡарата 27 енәйәт эше ҡуҙғатылған. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: