Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
12 Ғинуар , 21:06

Әбйәлил районында браконьерҙарҙы эҙләйҙәр

Улар тәбиғәткә 240 мең һумлыҡ зыян килтергән

Әбйәлил районында браконьерҙарҙы эҙләйҙәр
Әбйәлил районында браконьерҙарҙы эҙләйҙәр

Ошо көндәрҙә, рейд ваҡытында Башҡортостандың Әбйәлил районында, Ҡаҙмаш ауылынан алыҫ түгел Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы дәүләт инспекторҙары законһыҙ үлтерелгән мышыны  тапҡан. Ваҡиға тураһында министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Ҡалдыҡтарҙан уның ата мышы булыуы асыҡлана. Экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре браконьерҙар килтергән зыянды иҫәпләй. Ул 240 мең һум тәшкил итә. Ваҡиға урынын полиция хеҙмәткәрҙәре тикшергән. Әле тәфтиш саралары алып барыла, урындағы халыҡтан һәм яҡындағы Магнитогорск ҡалаһы халҡынан һорау алына.

Әйткәндәй, 10 ғинуарҙа мышыға һунар итеү миҙгеле тамамланды.

фото: Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: