Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
8 Ғинуар , 15:53

Ҡоралайҙарҙы харап иткән

Егеткә 500 мең һумдан 1 миллион һумға тиклем штраф йәки өс йылдан биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай

Ҡоралайҙарҙы харап иткән
Ҡоралайҙарҙы харап иткән

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Өфө-Ырымбур автомобиль юлынан алыҫ булмаған баҫыуҙа патруллек итеү барышында ике ҡоралайҙы үлтергән Стәрлетамаҡ районында йәшәүсене тотҡан.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир Ауырғазы районында һунарға сыҡҡан. Уның һунарға рөхсәте булмай, әммә был уны туҡтатмай. Ике ҡоралайҙы күреп, ул уларҙы атып үлтерә һәм тунауға тотона, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ваҡиға урынына Ауырғазы районы буйынса бүлегенең тәфтиш-оператив төркөмө һәм Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса инспекторы килгән.

Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре хайуандар донъяһына килтерелгән зыянды иҫәпләп сығарған, ул 80 мең һум тәшкил итә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, 2 ҡоралайҙы законһыҙ үлтереү тәбиғәткә ҙур зыян килтереү тип иҫәпләнә.

Әлеге ваҡытта Ауырғазы районы буйынса бүлегенең тәфтиш бүлегендә РФ Енәйәт кодексының 258-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса законһыҙ һунар тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған. Законһыҙ һунар менән бәйле енәйәт ҡылған кешеләргә 500 меңдән бер миллион һумға тиклем штраф йәки өс йылдан биш йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай. 

 

фото:Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Ҡоралайҙарҙы харап иткән
Ҡоралайҙарҙы харап иткән
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: