Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
29 Декабрь 2023, 19:58

Браконьерҙарҙы эҙләйҙәр

   

Браконьерҙарҙы эҙләйҙәр
Браконьерҙарҙы эҙләйҙәр

Иглин районында браконьерҙар мышыға рөхсәтһеҙ һунар иткән, тип белдерҙе Башҡортостан Экология министрлығының матбуғат секретары Ренара Ғәзина.

«Ташлы» хужалығының һунарсылыҡ биләмәһе буйлап рейдта йөрөгән ваҡытта инспектор инә мышы түшкәһе ятҡан автомобилде туҡтатҡан. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, мышыны аулау 400 мең һумлыҡ зыян килтергән.

Әле урында полицияның оператив төркөмө һәм Экология министрлығы белгесе эшләй. Тәфтишселәр енәйәт сәбәптәрен асыҡлай.

 

Фото:Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: