Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
20 Декабрь 2023, 16:24

Браконьерҙар ике мышыны үлтергән...

    

Браконьерҙар ике мышыны үлтергән...
Браконьерҙар ике мышыны үлтергән...

Белорет районында рөхсәтһеҙ ике мышы аулаған браконьерҙар табылған. Әлеге осраҡ тураһында «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Тағылмалы машинаны туҡтатҡан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡанлы балта һәм бысаҡтар тапҡан. Бының сәбәптәрен асыҡлаған ваҡытта машиналағы ирҙәрҙең береһе законһыҙ һунар итеүҙәрен әйткән, ата һәм инә мышыны атҡан урынды күрһәткән. Ваҡиға урынына Башҡортостан Экология министрлығының дәүләт инспекторы һәм полицияның оператив төркөмө саҡырылған. Браконьерҙарҙың мылтығы һәм ҡаргиҙәре тартып алынған. Тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы баһалауынса, улар 640 мең һумлыҡ зыян килтергән.   

Браконьерҙар ике мышыны үлтергән...
Браконьерҙар ике мышыны үлтергән...
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: