

Һамар ауылында ветерандар советы рәйесе Анатолий Соколов инициативаһы буйынса тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балаларына һәйкәл янында шыршы үҫентеләре ултырылған. Бөгөн паркты йәшелләндереүҙә Һамар мәктәбе уҡыусылары, Һамар ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан. Был шыршылар ҙурайып күркәм һәйкәлде тағы ла биҙәйәсәк.
Һамар ауыл советына ҡараған Һамар, Юлбарыҫ, Быҙаулыҡ һәм Хворостянка ауылының тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш балаларына арналған һәйкәл ағымдағы йылдың сентябрендә асылғайны. Проект "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы сиктәрендә бойомға ашырылды.