ЭКОЛОГИЯ
22 Сентябрь 2023, 16:49

Ҡайһы ҡәбәхәттең ҡулы барған?

Уны йылға аша йөҙөп барғанда атҡандар...

Ҡайһы ҡәбәхәттең ҡулы барған?Ҡайһы ҡәбәхәттең ҡулы барған?
Ҡайһы ҡәбәхәттең ҡулы барған?

Башҡортостанда катерҙағы әҙәмдәр йылға аша йөҙөп барған мышыға атҡан. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфөләге идаралығы хеҙмәткәрҙәре Дүртөйлө районында браконьерҙарҙы эҙләй.

Был хаҡта полиция интернетҡа һалынған видеояҙма аша белеп ҡала – унда катерҙағы һунарсыларҙың һыуҙағы мышыға атҡан ваҡыты төшөрөлгән.

Тикшереүҙәрҙән һуң тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк, сөнки бында һүҙ законһыҙ һунар тураһында бара.

Фото: “Моя Уфа”.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас