ЭКОЛОГИЯ
17 Сентябрь 2023, 16:58

Вәзәмгә айыуҙар килгән...

Ике тайыштабан тау башынан ауыл яғына юлланған...

видеонан скриншот Вәзәмгә айыуҙар килгән...видеонан скриншот Вәзәмгә айыуҙар килгән...
Вәзәмгә айыуҙар килгән...Фото:видеонан скриншот

Бәләкәй Арыҫланғолда ауылға айыуҙар яҡынлашыуын видеоға төшөрөп алғандар. Малдар ауылға ҡайтҡас, улар артынан ике тайыштабан да Төләгән тауы башынан ауыл яғына юлланған...

Айыуҙы ауыл эргәһендә күрһәгеҙ, “112” телефоны буйынса хәбәр итегеҙ. Айыуҙар кешенән алыҫ булырға тырыша, шулай ҙа һуңғы ваҡытта был ҡырағай йәнлектәрҙең ауыл-ҡалаларға һуғылып йөрөүе йыш ишетелә. Уларға яҡын йөрөү хәүефле булыуын да онотмағыҙ.

"Ауылдың ир-егеттәре автомобилгә һәм мотоциклға ултырып, айыуҙарҙы ауыл тирәһенән ҡыуып ебәрҙе" - ти вәзәмдәр. 

Видео:Фидәлиә / Социаль селтәрҙәр
Автор:
Читайте нас