

Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт комитеты социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, Йылайыр районы ветеринарҙары ҡотҡарған айыу балаһы һауыға. Бынан алда автомобиль тапағандан һуң, етди йәрәхәттәр алған айыу балаһының тарихы хаҡында яҙғайныҡ.
Йылайыр район ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, айыу балаһы әүҙемерәк, һоло бутҡаһын, шулай уҡ алма ашап, һөт эсә. Айыуға бер йәш тә тулмаған, бындай йәшендә ул үҙаллы аҙыҡ таба алмай, шуға күрә бәләкәй пациент ветеринарҙар менән йәшәй.
фото:Йылайыр район ветеринария станцияһы