

Тарантулдар баҫып алды. Йылдан-йыл ихатала ҙур оялары күбәйә.
Ояларынан дарыу һалып та, һыу ҡойоп та сығарабыҙ. Тик бөтөрөп булмай. Баҡсала түтәлдә, үлән араһында йыш күренә. Ҡараңғы төшһә, “һунарға” сығаларҙыр, йыш осрай. Хатта кешенән дә ҡурҡмай, артҡы аяҡтарына баҫып, һөжүм ҡайтарырға йыйынғандай ҡатып ҡалалар. Ҡайһы берҙәре арҡаларында үҙе бер “армия” балаларын йөрөтә.
Уныһы ярай, урамда, ихатала ғына осраһа... Тик бына көндәр һалҡынайтыу менән генә түгел, хатта хәҙерҙән өйгә инә башланылар. Уларҙан нисек ҡотолорға? Бәлки берәй кәңәш бирерһегеҙ?