ЭКОЛОГИЯ
29 Июнь 2023, 16:40

Башҡортостан белгестәре белорус бал ҡорто популяцияһын тергеҙергә ярҙам итәсәк

   

Башҡортостан белгестәре белорус бал ҡорто популяцияһын тергеҙергә ярҙам итәсәкБашҡортостан белгестәре белорус бал ҡорто популяцияһын тергеҙергә ярҙам итәсәк
Башҡортостан белгестәре белорус бал ҡорто популяцияһын тергеҙергә ярҙам итәсәк

Башҡортостан «Алтын Солоҡ» төбәк ойошмаһы, «Беловежская пуща» ҡурсаулығы, Беларусь милли фәндәр академияһының Биоресурстар буйынса институты һәм Генетика һәм цитология институты умартасылыҡ өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Килешеүгә Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X Форумы барышында ҡул ҡуйылған. Килешеүҙең төп бурысы — Бөйөк Ватан һуғышынан һуң юғалған ҡара урман бал ҡортоноң белорус популяцияһын тергеҙеү.

- Башҡортостандың умартасылыҡ буйынса белгестәренең ҡара урман бал ҡорто популяциялары менән эшләү тәжрибәһе бар, — тип аңлатма бирҙе вице-премьер — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Шуға күрә хеҙмәттәшлек уңышлы булыр, тип ышанам. "Алтын Солок" төбәк ойошмаһы тап ҡара урман бал ҡортоноң абориген популяцияһын үрсетеү маҡсатында ойошторола. Бөгөн ул урта рус тоҡомло бал ҡорттарын үрсетеү буйынса тоҡомло репродуктор һәм молекуляр-генетик экспертиза лабораторияһы статусын алды. «Алтын Солоҡ» лабораторияһында Рәсәй территорияһында бал ҡортоноң иң ҙур ДНК банкыһы йыйылған, уны даими тулыландыралар һәм яңырталар. Был ҡиммәтле мәғлүмәт һәр бал ҡорто тоҡомо өсөн эталон идентификаторҙар булдырырға мөмкинлек бирә.

Яҡтар берлектәге эш планын тикшерҙе лә инде. «Алтын Солоҡ» ойошмаһы директоры Марат Хәсәнов хәбәр итеүенсә, был Белоруссия ҡурсаулығы биләмәһендә саф тоҡомло ҡырағай бал ҡорттарын эҙләү, Башҡортостан һәм Белоруссия лабораторияларында комплекслы генетик анализ буласаҡ. Асыҡланған таҙа тоҡомло бал ҡорттарын инструменталь аталандырыу буйынса эштәр үткәреү, уҡытыу һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреү өсөн «Алтын Солоҡ» белгестәре һәм Башҡортостан солоҡсолары Белоруссия ҡурсаулығына барырға тейеш.

Артабан аталандырылған материал Башҡортостанға «Алтын Солоҡ»та старт малдарын үрсетеү өсөн сығарыла. Һуңынан уларҙан "Беловежская пуща" территорияһында солоҡ һәм умарталар буйлап таралған күстәр үҙәге барлыҡҡа киләсәк.

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас