

Башҡортостанда Юлдыбай - Аҡъяр трассаһында ике машина төкөшә яҙған. «БашПрирода» телеграм-каналында шаһиттың хәбәр итеүенсә, алда барған автомобиль юлға килеп сыҡҡан айыу арҡаһында ҡапыл туҡтаған. Бәхеткә күрә, бәрелешкә юл ҡуйылмаған. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар урманға ҡасҡан тайыштабанды видеоға төшөрөп өлгөргән.