Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
2 Июнь 2023, 15:20

Балыҡсыға - 500 мең һум штраф...

      

Балыҡсыға - 500 мең һум штраф...
Балыҡсыға - 500 мең һум штраф...

Кушнаренко районында полиция законһыҙ балыҡ тотоуҙы асыҡлаған. 37 йәшлек Илмырҙа ауылы кешеһенән балыҡ тотоу ауын, кәмәне һәм законһыҙ тотолған балыҡты тартып алғандар.

Балыҡ тотоу күптәр өсөн яҡшы мауығыу, кемдер өсөн спорт, ә кемдер өсөн бушлай балыҡ алыу мөмкинлеге. Ыуылдырыҡ сәсеү осоронда балыҡ тотоу тыйылмаған, тик бер ҡармаҡ ярҙамында ғына. Ҡайһы берәүҙәр был ҡағиҙәне һанға һуҡмай һәм ыуылдырыҡ сәсеү урындарына ау һала.

Кушнаренко районында ла ошондай хәл булды. Полиция хеҙмәткәрҙәре балыҡ тотоуауы ярҙамында балыҡ тотҡан тип фаразланған енәйәтсене асыҡлай. Илмырҙа ауылының 37 йәшлек ирҙең машинаһында резина кәмә, балыҡ тотоу ауы һәм Законһыҙ сығарылған табан балыҡ була.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир Бар күленә килеп, үҙенең резина кәмәһендә 50 метр оҙонлоҡтағы ауы ярҙамында балыҡ тота.

Әлеге ваҡытта был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. РФ Енәйәт кодексының 256 сы статьяһы 300 меңдән 500 мең һумға тиклем штраф рәүешендә яза биреүҙе күҙ уңында тота.

Республика Эске эштәр министрлығы иҫкә төшөрә: 15 июнгә тиклем республика биләмәһендә ярҙан бер ҡармаҡ менән балыҡ тотоуҙан башҡа бөтә табыш ҡоралдары менән  балыҡ тотоу тыйыла.

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: