

Етештереүҙе киңәйтеү һәм тау эштәре күләменең артыуы менән бәйле «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәте яңы таҙартыу ҡоролмалары төҙөй. Бинаны төҙөү буйынса дөйөм төҙөлөш эштәрен «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәте үҙ өҫтөнә алған, ә ҡорамалдарҙы проектлау, монтажлау, сафҡа индереү-көйләү эштәрен подряд ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре башҡара.
Яңы ҡоролмалар шахта һыуҙарын таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән. Таҙартылған һыуҙың күпселек өлөшө етештереү ихтыяждарында файҙаланыласаҡ. Таҙартыу ҡоролмаларында һыу таҙартыуҙың ҡатнаш ысулы ҡулланыласаҡ. Уларҙың етештереүсәнлеге сәғәтенә 71,2 м3 тәшкил итә. Ҡоролмаларҙың составына түбәндәге узелдар инә:
-сығарылған шахта һыуҙарын ҡабул итеү һәм реагент ярҙамында таҙартыу;
-ултырма тоҡомдо һыуһыҙландырыу узелы,
-кире осмотик мембраналарҙа һыуҙы таҙартыу һәм тоҙһоҙландырыу узелы,
-реагент хужалығы һәм башҡалар.
–Төҙөлөш финал стадияһына аяҡ баҫты, бина буйынса дөйөм төҙөлөш эштәре тамамланды тиерлек. Әлеге ваҡытта ҡорамалдарҙы монтажлау әүҙем бара, объектты сафҡа индереү 2024 йылға планлаштырылған, – тип билдәләне «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Сергей Люджинский.
Гөлназ Тимербаева, «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгесе.