ЭКОЛОГИЯ
19 Май 2023, 15:21

Һаҡмар-Наҙарғол ауылы янындағы “Ҡуянлығырсын” үҙәгендә ҙур экологик өмә ойошторолған

Был турала Әбеш ауыл хакимиәте башлығы Таһир Юнысов үҙ сәхифәһендә  яҙҙы

Һаҡмар-Наҙарғол ауылы янындағы “Ҡуянлығырсын” үҙәгендә ҙур экологик өмә ойошторолғанҺаҡмар-Наҙарғол ауылы янындағы “Ҡуянлығырсын” үҙәгендә ҙур экологик өмә ойошторолған
Һаҡмар-Наҙарғол ауылы янындағы “Ҡуянлығырсын” үҙәгендә ҙур экологик өмә ойошторолған

Быйылғы йыл һәр кеше - тыуып үҫкән йәнтөйәгенә әҙ генә булһа ла уның матурайыуына, төҙөкләнеүенә мөмкинлегенә ҡарап булышлыҡ итергә тейештер, тип уйлайым.

Быға Башҡортостанда иғлан ителгән йылдың исеме лә әйҙәп тора -"Йәнтөйәккә файҙалы эштәр эшләү йылы". Бөгөн ауылдаштарым мҽнән "Ҡуянлығырсын" тип аталған үҙәктә, оло юл ситендә генә сылтырап ағып сығып ятҡан ҡоҙоҡто кәртәләү, ҡыйыҡлап ҡуйыу, юлсыларға ял итеү урыны эшләү буйынса өмәгә сыҡтыҡ. Үҙебеҙ йыйған аҡсаға 50 меңлек төҙөлөш кәрәк-яраҡтары һатып алдыҡ. Алдағы аҙна ла тағы бер өмә менән эштәрҙе тамамларбыҙ, тип көр күңел менән таралыштыҡ.
Бөгөнгө өмә лә ҡатнаштылар: Марат Дәүләткилдин, Илшат Наҙарғолов, Илфир Нуретдинов, Ғирфан һәм Зөфәр Шәриповтар, Таһир, Нуритдин, Факил, Вил һәм Дауыт Юнысовтар, Ғәфүрйән Яратҡолов.

Тагир Юнусов

 

Автор:
Читайте нас