

Хәйбуллалар «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ихлас ҡушылып, ауылдарҙы төҙөкләндереү маҡсатында ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыуҙа ҡатнашты. Район үҙәгендә генә 250-нән ашыу төп ағас үҫентеләре ултыртылды. Аҡъярҙағы акцияла төрлө ойошма-учреждениелар хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Йүкә, миләш, ҡайын, имән, уҫаҡ, шыршы, ҡарағай ағастары үҫентеләре район үҙәгенең Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов исемендәге аллея, Төньяҡ-Көнбайыш паркы, "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы һәм Аҡъяр тау колледжы биләмәләре, Аҡъярға ингән урында (Бөркөт һәйкәле янында), район мәҙәниәт йорто, 2-се Аҡъяр мәктәбе һәм район хакимиәте биналары янында, М.Кәрим һәм Батанов урамдарында ултыртылды. Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов исемендәге яңы аллеяла уҙған өмәгә республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов Һәм Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин да ҡушылды. Бында бөтәһе алтмышҡа яҡын ҡарағай ултыртылды. Бында тупраҡ балсыҡлы, шуға күрә яҡшы ҡара тупраҡ килтерелгән. Шулай уҡ үҫентеләрҙе даими һуғарыуҙы ойошторолоу күҙаллана.
Нисә йыл рәттән инде «Йәшел Башҡортостан» экологик сара ғына түгел, барлыҡ кешене берләштергән байрамға әүерелде. Күмәк көс менән ултыртылған ағас үҫентеләре оҙаҡламай бар тирә-яҡҡа йәм биреп ултырыр тип өмөт итәбеҙ. Әйткәндәй, «Экология» милли проекты сиктәрендә барған «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһының яҙғы этабы бөгөн 29 апрелдә 2023 йылдың 13 майында тамамлана.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан