ЭКОЛОГИЯ
29 Апрель 2023, 09:24

5 йылға тиклем төрмә янай...

Балыҡсы яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ...

5 йылға тиклем төрмә янай...5 йылға тиклем төрмә янай...
5 йылға тиклем төрмә янай...

Участковый полиция өлкән лейтенанты Азат Ғәлимов үҙенең участкаһы - Белорет районы Сермән ауылы буйлап йөрөгәндә Ағиҙел йылғаһында кәмә күреп ҡала. Был турала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Әйткәндәй, Ағиҙел йылғаһының үрге ағымы балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәсеү урыны һәм миграция юлдары булып тора. Билдәләп үтергә кәрәк, 15 июнгә тиклем республика биләмәһендә бөтә табыш ҡоралдары менән балыҡ тотоу тыйыла. Бер кешегә ярҙан бер ҡалҡыуыслы ҡармаҡ менән балыҡ тотоуға был тыйыуҙар ҡағылмай. 

Полиция хеҙмәткәре, хоҡуҡ боҙоуҙың булыуына инаныу өсөн, кәмә хужаһының эшмәкәрлеген күҙәтергә ҡарар итә. Кәмә ярға килеп туҡтағас, участковый ирҙең балыҡты ау менән тотоуын күрә. Йәмғеһе төрлө төрҙәге 90-ға яҡын балыҡ тотолған.

1957 йылғы ирҙән кәмә, балыҡ тотоу ауҙары һәм бөтә законһыҙ табыш тартып алына, уның зыяны 22 мең һум самаһы тәшкил итә. Был факт буйынса Белорет кешеһенә ҡарата административ протокол төҙөлгән.

«Һыу биологик ресурстарын законһыҙ сығарыу өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы барлығын иҫкәртәбеҙ. Балыҡсылыҡ ҡағиҙәләрен боҙған өсөн . РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 8.37 статьяһы 2-се өлөшө буйынса яуаплылыҡ ҡаралған, судноны һәм башҡа һыу биологик ресурстарын тотоу ҡоралдарын конфискациялау менән бергә 5 мең һумға тиклем административ штраф һалыу ҡаралған. Һыу биологик ресурстарын законһыҙ сығарыу өсөн РФ Енәйәт кодексының 256-сы статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Был статья буйынса иң юғары яза — 2 йылдан 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һыу ятҡылыҡтарында браконьерлыҡ осраҡтары тураһында республика халҡы яҡындағы полиция бүлегенә йәки 02 телефоны буйынса хәбәр итә ала (102 — мобиль телефондан)»тинеләр ведомтствола.

 

фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте

5 йылға тиклем төрмә янай...
5 йылға тиклем төрмә янай...
5 йылға тиклем төрмә янай...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас