

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән районға килде. Эш сәфәре планы бик тығыҙ булһа ла сәйәсмән халыҡ менән ихлас осрашты, уларҙың тәҡдимдәрен, фекерҙәрен тыңланы.
Көндөң икенсе яртыһы ла сараларға бай булды. Зариф Зәкир улы район үҙәгенең Төньяҡ-Көнсығыш микрорайонында урынлашҡан Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов иҫтәлегенә арналған аллеяла ҡарағай ағастарын ултыртыуҙа ҡатнашты. Әйткәндәй, "Йәшел Башҡортостан" сиктәрендә ойошторолған өмәләр 29 апрелдә дауам итәсәк.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 17-се һанында уҡығыҙ.