ЭКОЛОГИЯ
24 Апрель 2023, 05:54

Ни сәбәптән Һаҡмар йылғаһында балыҡ юҡ?

Элек көтөү-көтөүе менән үрсегән бурыс балығы ҡайҙа булған? Тулыраҡ һылтанма аша инеп уҡығыҙ.

Ни сәбәптән Һаҡмар йылғаһында балыҡ юҡ?Ни сәбәптән Һаҡмар йылғаһында балыҡ юҡ?
Ни сәбәптән Һаҡмар йылғаһында балыҡ юҡ?

Һаҡмар йылғаһында белеүегеҙсә балыҡтар төрө бик күп. Шул балыҡтарҙың халыҡ телендә "Бурыс" тиеп аталған төрө тураһында һүҙ бара.


Өлкән йәштәге ағайҙар һөйләгәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр?
— Элек йәй көндәре Һаҡмар йылғаһы буйында урын - урыны менән бурыс балығы көтөүе менән ялтырап ята торған ине тиеп.
— Ә хәҙер ҡайҙа булған шул бурыс исемле балыҡ Һаҡмарҙа ? --тигән һорау килеп тыуа.
Әлбиттә , элек тә тотҡандар бурысты. Ау һалып та, йәй көндәре һөҙөп тә .
Тик бөгөнгө көндәге һымаҡ балыҡ кәмемәгән. Ниндәй сәбәптәр менән ул ваҡытта үрсегән бурыс, ә хәҙер үрсей алмай һуң?
Беренсенән, элек резина кәмәләр һатыуҙа булмау сәбәпле,  балыҡ тотоу өсөн кәмәне ағастан сабып ҡына эшләгәндәр . Был һөнәргә бик һирәктәр генә эйә булған. Икенсенән, элек хәҙерге һымаҡ   һәр мөйөштә
 ҡытай ауы һатылмаған. Балыҡсылар үҙҙәре бәйләгән ҡул менән
Ә ау бәйләү өсөн ниндәй сыҙамлыҡ һәм ваҡыт сарыф ителгәнлеген ау бәйләп ҡарамаған кеше генә белмәй.
Ҡыш көндәре шәм яҡтыһында 20 м ауҙы 2-3 ай эсендә бәйләп,  гизегә ултыртһа бик шәп һаналған.
Кем ошо һөнәрҙәргә эйә булған, шундай кешеләр генә балыҡ тота алған. Ундайҙар ауылда бер-ике  кеше генә булған.
Ау бәйләгәндә балыҡсы ауҙың күҙәүен 4 - тән дә кәм үрмәгән (ауҙың үлсәү берәмеге 4 бармаҡ һыймалы). Был, беренсенән, эре балыҡ эләкһен өсөн.
(эре балыҡ түбәндә туҡталып китербеҙ).
Икенсенән , ау үреүсе әгәрауыҙы һатырға үрһә,  ыуаҡ күҙәүле ауға ҡарағанда тиҙерәк үргән.

Ә хәҙер нисек? Һәммәһе лә 1 - 1,5 күҙәүле ау һала.
Ял көндәре Һаҡмар буйына төшөп балыҡ тотоусыларға, эре күҙәүле ау кәрәкмәй. Йүгереп төшөп 1 - 1,5 кенә күҙәүле Ҡытай ауы һалырға ла, тиҙ арала ике таба тоторға,  уларға эреһе лә кәрәкмәй. Ә бит уйлап та бирмәйҙәр , йүгереп төшөп тотҡан арала Һаҡмар йылғаһында балыҡтың үрсеүенә ниндәй зыян килтергәндәрен.
Был ауға ыуылдырыҡ сәсеү йәшенә лә етмәгән балыҡтар эләгә.
Ә балыҡтың,  бурыс һәм ҡыҙыл күҙ миҫалында ғына алғанда, өлгөрөү осоро 4 -5 йәшендә генә башлана.
Был ваҡытта бурыстың тән ауырлығы ғәҙәттә 80 × 150 грамм,
оҙонлоғо 20 см була. Тимәк, 1 - 1,5 күҙәүле ау менән әле бер бөртөк тә ыуылдырыҡ сәсмәгән балыҡты тотаһығыҙ, шунан уйлап ҡарағыҙ?
Бына һеҙгә яуап, ни сәбәптән Һаҡмарҙа балыҡ юҡ тигән һорауға.
Боронғо балыҡсылар эре күҙәүле ауға бер нисә йыл үрсем ҡалдырған эре балыҡты тотҡан, шуға күрә лә Һаҡмар йылғаһында балыҡ кәмеү осорағы күҙәтелмәгән.
Тәбиғәт ҡануны буйынса балыҡ
ыуылдырыҡ сәсеү өсөн йылғала үрләй. Үкенескә ҡаршы, Әбделкәрим һыу һаҡлағысының дамбаһынан ары үрләй алмай, Һаҡмар йылғаһының әҙме күпме генә ҡалған балыҡтары шунда етеп төкәлеүе билдәле. Урындағы балыҡсылар был балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәскән осоронда ниндәй ҙур күләмдә тотоп, балыҡтың үрсеүенә күпме зыян килтереүен күҙаллауы бик ҡыйын.
Әлбиттә, был шәхси фекер, шулайҙа уйланырға урын бар.
Һаҡмар йылғаһы буйында йәшәгән ауылдар халҡына әйтер инем: әгәр ҙә аҙ ғына үҙебеҙ йәшәгән ер-һыуыбыҙ биргән тәбиғәт байлыҡтарын  һаҡсыл, сама һәм аҡыл менән генә тотоноп, ситтән килгәндәрҙән дә шуны талап итһәк, тәбиғәтебеҙ беҙҙе һәм беҙҙең киләсәк быуынды ла ҡыуандырыуы оҙаҡ йылдарға етәр ине.

Государствҽнный Природный Заказник Шайтан-тау

 

Автор:
Читайте нас