

"Шайтан-тау" тәбиғәт заказнигы инспекторҙары үҙ сәхифәләрендә сираттағы рейд тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
"Сираттағы рейд ваҡытында Һаҡмар-Наҙарғол ауылына һуғылдыҡ. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда законһыҙ балыҡ тотоусыларға ҡаршы махсус операция үтә. Был сара Шайтан - тау заказнигы биләмәһенә лә ҡағылыу сәбәпле, Һаҡмар, Йылайыр, Вәзәм, Ҡатралы йылғаларына полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдтар үтә һәм артабан да үтәсәк.
Рейд ваҡытында Бүре ауылы янында оя ҡорған ҡоштар хайран иттеләр. Ниндәй ҡоштар һуң былар фотоһүрәттә?", --тип хәбәр итә инспекторҙар.