ЭКОЛОГИЯ
24 Апрель 2023, 18:21

Быуа йәмләнеп ҡалды

Аҡъярҙа  20-ләп кеше ике сәғәттә 50 кубометрҙан ашыу сүп-сар сығарҙы

Быуа йәмләнеп ҡалдыБыуа йәмләнеп ҡалды
Быуа йәмләнеп ҡалды

Аҡъяр ауылының Аҡҡош күле ярын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса экологик өмәгә  район үҙәгенән тәбиғәткә битараф булмаған кешеләр йыйылды.

Ике тиҫтәнән ашыу кеше ике сәғәт эсендә яр буйын таҙартып, 50 кубометрҙан ашыу ҡый-ғыпыр сығарҙы.

“Аквасервис”, “ПМК-Строймонтаж” ойошмалары техника менән ярҙам итте.  Өмәне ойоштороусылар белдереүенсә,  осар ҡоштар төшкән түңәрәк быуала сүп-сар күп әле. Шуға күрә 29 апрелдә 11.00 сәғәттә бында тағы ла таҙалыҡ өмәһе ойошторола.  Теләгән һәр кем унда ҡатнаша ала.

 

Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас