ЭКОЛОГИЯ
27 Март 2023, 16:20

Башҡортостанда ҡотҡарыусылар һыуға бата яҙған ҡоралайға ярҙамға килгән

   

Башҡортостанда ҡотҡарыусылар һыуға бата яҙған ҡоралайға ярҙамға килгәнБашҡортостанда ҡотҡарыусылар һыуға бата яҙған ҡоралайға ярҙамға килгән
Башҡортостанда ҡотҡарыусылар һыуға бата яҙған ҡоралайға ярҙамға килгән

Салауатта ҡотҡарыусылар боҙ аҫтына китә яҙған ҡоралайға ярҙам иткән. Мэрияның матбуғат хеҙмәтенән билдәле булыуынса, йәнлекте бөгөн, 27 мартта, ҡотҡарыу станцияһы янындағы Ағиҙел йылғаһында күреп ҡалғандар. Ҡоралай йылға аша йөҙөп сыҡмаҡсы булған, ләкин хәле бөткән, ахырыһы.

Авария-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре кәмә менән ҡоралай эргәһенә барған һәм уны ярға сығарған, шунан һуң ветеринарҙар ҡулына тапшырған. Әле илекте «Мазай» хайуандарҙы һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау хәйриә фонды ирекмәндәре ҡарай. Нығынғас та уны иреккә сығарырға йыйыналар. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас