Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
17 Март 2023, 08:54

Күрше районда Ҡыҙыл китапҡа ингән ҡырағай хайуанға һунар иткән браконьерҙар тотолған

   

Күрше районда Ҡыҙыл китапҡа ингән ҡырағай хайуанға һунар иткән браконьерҙар тотолған
Күрше районда Ҡыҙыл китапҡа ингән ҡырағай хайуанға һунар иткән браконьерҙар тотолған

Йылайыр районында ике ир Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән маралды атып үлтергән. Бының тураһында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Йылайыр районы буйынса бүлексәһенең дежур бүлегенә республиканың һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы инспекторы мөрәжәғәт иткән. Ир урманда ҡан таптары һәм марал ҡалдыҡтары булыуын хәбәр иткән. Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм ебәрелгән.

Тәфтиш-оператив төркөм ваҡиға урынына барғанда трактор шиндары протекторы эҙҙәре, хайуан һөлдәһе, шул иҫәптән тиреһен тапҡан. Белгестәр маралдың йәше 3 йәш тирәһе булыуын билдәләгән. Оператив-эҙләү саралары барышында ике ғәйепләнеүсе тотола һәм полиция бүлегенә килтерелә. Улар - Иван-Ҡыуалат ауылынан 28 һәм 33 йәшлек ирҙәр. Ирҙәр үҙ ғәйебен таныған.

28 йәшлек ауыл кешеһе 33 йәшлек яҡташы менән бергә эш биреүсенән тракторҙы алып тороп, урманға һунар итергә сыҡҡан. Ир-егеттәрҙең лицензияһы булмаһа ла, был уларҙы туҡтатмаған. Маралды күргәс, ирҙәр уны атып үлтерә. Һуңынан табышты тракторға тейәп, енәйәт урынынан ҡасалар. Енәйәтселәр хайуандың кәүҙәһен ҡар менән күмгән. Итте улар уртаға бүлешеп алғандар. Тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре 60 килограмм ит һәм һунар мылтығы, бысаҡ, балта һәм транспорт сараһын тартып алған.

Законһыҙ һунар итеү осрағы буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 258-се статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта полицейскийҙар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауын дауам итә. 

 

фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Күрше районда Ҡыҙыл китапҡа ингән ҡырағай хайуанға һунар иткән браконьерҙар тотолған
Күрше районда Ҡыҙыл китапҡа ингән ҡырағай хайуанға һунар иткән браконьерҙар тотолған
Күрше районда Ҡыҙыл китапҡа ингән ҡырағай хайуанға һунар иткән браконьерҙар тотолған
Күрше районда Ҡыҙыл китапҡа ингән ҡырағай хайуанға һунар иткән браконьерҙар тотолған
Күрше районда Ҡыҙыл китапҡа ингән ҡырағай хайуанға һунар иткән браконьерҙар тотолған
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: