Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
6 Март 2023, 13:32

«Урман» операцияһы башланды

Хоҡуҡ боҙоуға шаһит булһағыҙ хәбәр итегеҙ!

«Урман» операцияһы башланды
«Урман» операцияһы башланды

Рәсәй Урман хужалығы федераль агентлығы “Экология” милли проектына ярашлы быйылдан “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын бойомға ашыра.

2023 йылдың 6 мартынан 19-ына тиклем республикала «Урман» оператив-иҫкәртеү операцияһы уҙа. Ул Башҡортостанда ағасты законһыҙ ҡырҡыуға юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Был турала Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Иҫкәртеү сараларында Урман хужалығы министрлығы, полиция, дәүләт техник күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт инспекторҙары, казак ойошмалары (Ғафури, Нуриман, Иглин һәм Яңауыл урман хужалыҡтары биләмәләрендә) һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары ҡатнаша.

Ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн енәйәт һәм административ яуаплылыҡ янай. Граждандарға — 3-4 мең, юридик шәхестәргә 200-500 мең һум штраф һалына. Хоҡуҡ боҙоуға шаһит булғандарҙың 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайҙар, фото һәм видеотеркәү материалдары ла кәрәк.

 

 

фото:Раян Атанбаев.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: